/ Новости/ Көмьязы ауыл китапханаһында башҡорт теле дәресе

Көмьязы ауыл китапханаһында башҡорт теле дәресе

Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар!
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Йәш дуҫтарыбыҙ өсөн, беҙҙең китапханала уйын формаһында «Туған телде өйрәнеү» дәресе үтте. Балалар «Телде өйрәнеү ни өсөн кәрәк?» исемле викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҡәлдәрҙе дауам итеп, йомаҡтарға яуап таптылар. Һүҙлектәр ярҙамында әкиәттәр атамаларын, бер-береһен уҙып, тәржемә иттеләр. Дәрес бик ҡыҙыҡлы үтте.

Полезные ссылки