/ Новости/ Көмъязы китапханаһында сәйәхәт

Көмъязы китапханаһында сәйәхәт

Китап – кәңәшсе һинең,
Дуҫың, ярҙамың һинең.
Ул хөрмәткә, бик хаҡлы,
Ҡәҙерлә һин, китапты!
Китап – иң аҡыллы кәңәшселәрҙең береһе. Китап һәр кешегә хеҙмәттә булыша, ул кешеләрҙе бәләнән ҡотҡара, тормошто танып белергә өйрәтә. Китап кешегә үҫәргә һәм халыҡтың аңын байытырға мөмкинлек бирә.
6 февралда китапханала балалар «Китаптар батшалығында» сәйәхәт ҡылдылар. Китап беҙҙең ҡулға эләкәнсе бик оҙын юл үткәнен һәм ағастан эшләйҙәр икәнен иҫбатланылар, китап тураһында мәҡәл әйтеп ишеттерерҙеләр. Электрон китап менән ябай китап нимәһе менән оҡшағандар һәм нимәһе менән улар айырылып торалар дигән һорауҙарға яуап бирҙеләр. Һуңынан “ Киреһен әйт”, “ Әйе, юҡ”, ”Дуҫ балалар”- уйындарын уйнанылар.

Полезные ссылки