/ Новости/ Халыҡ-ара тыуған тел көнө алдынан беҙҙең китапханала «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тигән, “Мөғжизәләр яланы” формаһы интеллектуаль уйын үтте

Халыҡ-ара тыуған тел көнө алдынан беҙҙең китапханала «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тигән, “Мөғжизәләр яланы” формаһы интеллектуаль уйын үтте

#Уралбатыр #Читаемэпос
#Туғантелгә100аҙым#100шаговкродномуслову
Халыҡ-ара тыуған тел көнө алдынан беҙҙең китапханала «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тигән, “Мөғжизәләр яланы” формаһы интеллектуаль уйын үтте.
Тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосы – боронғо эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. Ул- халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Кешеләр хаҡына яһалған ҡаһарманлыҡтың бөйөклөгөн, йәшәүҙең мәңгелеген поэтик яҡтан тәрән итеп раҫлаған “Урал батыр” – классик эпостар рәтендә торолоҡ әҫәрҙәрҙең береһе. Был күренекле эпос Башҡортостандың ете мөғжизәһенә инә. Бөгөнгө көндә эпос 13 телгә тәржемә ителгән.
Бөгөнгө бәйгебеҙҙең төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү.
Ҡатнашыусылар, зирәклек ҡылысы һәм тапҡырлыҡ һөңгөһө менән ҡоралланып көс һынашты. Һәм финал уйында Лиана Ризванова еңеүсе булды. Музыкаль пауза ваҡытында Лиана Гиниятуллина һәм Альбина Сафарова башҡорт ҡыҙҙары бейеүен башҡарҙылар. Уйын бик күңелле үтте.

Полезные ссылки