/ Новости/ Түбәнге Һикияҙ китапханаһы А. Игебаевтың юбилейын билдәләй.

Түбәнге Һикияҙ китапханаһы А. Игебаевтың юбилейын билдәләй.

2 июль – Башҡортостандың халыҡ шағиры АБДУЛХАК ИГЕБАЕВТЫҢ тыуыуына 90 йыл.
Абдулхак Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Ул йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946-1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре һәм “Ағиҙел” журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле
уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.
Ғүмер буйы туған халҡым, тыуған яғым тип янған, тәбиғәтен ҡурсыған оло йәнле шағир бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Уның сафлыҡ, ихласлыҡ, изгелек менән һуғарылған йәнде иретерҙәй шиғырҙары, тетрәндергес поэмалары, ҡобайырҙары балаларға ла, йәштәргә лә, ололарға ла берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Улар бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, илебеҙҙе, телебеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡыра, изге эштәргә ҡанатландыра.

Абдулхак Игебаев “Күңелемә бер йылылык эзләп”, Нимә һуң ул гүмер”-укый Гөлдәр Арсланова.
“Икмәк тәме”-укый Әнисә Гареева.



Полезные ссылки