/ Новости/ Балалар моделле китапханаһы КӘТИБӘ КИНЙӘБУЛАТОВАНЫҢ юбилейын билдәләп үтте.

Балалар моделле китапханаһы КӘТИБӘ КИНЙӘБУЛАТОВАНЫҢ юбилейын билдәләп үтте.

15 сентябрь күренекле башҡорт әҙибәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо көнгә арнап үҙәк район балалар моделле китапханаһына Балтас ауылының 1-се мәктәбенән 3Б синыфы уҡыусылары саҡырылды (Тимиргалиева Р.Х.). Уҡыусыларға башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән башҡорт шағирәһе, балалар яҙыусыһы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Сабый куңелле шағирә» исемле әҙәби сәғәт үткәрелде.
Уҡыусылар Кәтибә Кинйәбулатованың тормошо, ижады менән таныштылар һәм сара барышында бик матур презентация ҡарап үттелар. «Сабый куңелле шағирә» тип аталган китаптар күргәҙмәһе менән таныштылар. «Туған телемә йөҙ аҙым» проектына ингән «Атай тауышы» китабы менән таныштылар Хайруллина А., Аптулхаев Р., Нуриева Диана шағирәнең шиғырҙарын уҡынылар, Имаева Р. Валиуллина Э. Хафизов Д., Шайбаков Д. «Бала менән ҡуян” шиғырен сәхнәләштерҙеләр.
Кәтибә Кәрим ҡыҙының ижадында мөхәббәт лирикаһы ҙур урын биләй. Күп кенә китаптары ошо мәңгелек темаға арналған. Үҙ ғүмерендә ул 25-тән ашыу китап сығарған. Кәтибә Кинйәбулатова проза жанрында ла эшләне. «Тереләргә әйтер һүҙ» повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған «Атай тауышы», «Партизан ейәнсәре» повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала.
Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Кәтибә Кәрим ҡыҙы «Почет Билдәһе» ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Күренекле яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Полезные ссылки