/ Новости/ Түбәнге Һикеяҙ ауыл китапханаһы Башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙәренең 100 әҫәренән торған исемлеккә кергән ҡайһы бер шиғырҙарҙы уҡырға тәкдим итә

Түбәнге Һикеяҙ ауыл китапханаһы Башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙәренең 100 әҫәренән торған исемлеккә кергән ҡайһы бер шиғырҙарҙы уҡырға тәкдим итә

ТУҒАН ТЕЛГӘ – 100 АҘЫМ
Республикала Яҙыусылар союзы тәҡдиме менән «Туған телгә – 100 аҙым» тигән проект тормошҡа ашырыла. Ул балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, киң йәмәғәтселек араһында республика яҙыусыларының ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Шул маҡсаттан сығып Башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙәренең 100 әҫәренән торған исемлеккә кергән ҡайһы бер шиғырҙарҙы һезгә тәкдим итәбез.
Уҡығыҙ, ятлағыҙ, һаҡлап ҡуйығыҙ, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға был әҫәрҙәрҙе уҡырға тәҡдим итегеҙ.

Хәсән НАЗАР.
“ӨС ҺҮЗ”
Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа — дәүләтең бар,
Шуға инан.

Телең барҙа — милләтең бар,
Мәртәбә ул;
Телен һатҡан — илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа, ҡояш — ҡояш,
Әҙәм — әҙәм.
Иман — рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә — бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа — бөтөү.

Лариса АБДУЛЛИНА
ҺҮТӘЛӘР БАШҠОРТ ТИРМӘҺЕН…

Һүтәләр башҡорт тирмәһен,
Һыҡтай аҫалы балаҫ
Тирмәләре тормаҫ ерҙә
Балаҫтай йәйғор ҡалҡмаҫ…

Һүтәләр башҡорт тирмәһен,
Һыҙырыла кейеҙҙәр.
Ысынбарлыҡ менән яһил
Бөгөн, гүйә, игеҙҙәр…

Һүтәләр башҡорт тирмәһен,
Һыуырыла ҡаҙауҙар.
Ҡайҙа ил-йорт һаҡсылары?!.
Ҡайҙа терәк-таяуҙар?!.

Һүттеләр башҡорт тирмәһен –
Ғәләмгә осто бетеү.
Халыҡ булһа, һаҡлар ине,
Үҙ тирмәһен яҡлар ине …
Ә былар?
Көтөү, көтөү,
көтөү…

Рәми ҒАРИПОВ.
ТУҒАН ТЕЛ
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәшит НАЗАРОВ.
ЙӨРӘК
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?

Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк. осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.

Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ – минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.

Полезные ссылки