/ Новости/ Түбәнге Һикеяҙ ауыл китапханаһы Ғәйфулла Вәлиевтың тыуған көнөн билдәләй

Түбәнге Һикеяҙ ауыл китапханаһы Ғәйфулла Вәлиевтың тыуған көнөн билдәләй

6 ноябрь – яҙыусы Ғәйфулла Вәлиевтың тыуыуына 90 йыл.
Ғәйфулла Хәмит улы (6 ноябрь 1930 йыл – 1 август 1982 йыл) – башҡорт журналисы, яҙыусы, драматург, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ғәйфулла Хәмит улы Вәлиев 1930 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Красноусол районы Имәнлек ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Иртә етем ҡала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай, аҙаҡтан төҙөлөштәрҙә эшләй.
1962 йылда Ленинградта юғары партия мәктәбен тамамлаған. 1957–58 йылдарҙа «Совет Башкортостаны”гәзитендә, 1963 йылдан алып «Һәнәк» журналының әҙәби хеҙмәткәре.
1964–65 йылдарҙа БАССР Министрҙар советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире, 1968 йылдан – баш мөхәррире.
1965–68 йылдарҙа КПСС тың Күгәрсен район комитеты секретары. «Торналар төйәге» исемле тәүге китабы 1974 йылда сыға. Уның әҫәрҙәренә сюжеттарҙың мауыҡтырғыс һәм оригиналь булыуы, хис-тойғолар байлығы хас. «Өстамаҡ» (1978), «Әсәйем фатихаһы» (1981) китаптарының геройҙары – ғәҙел, яратҡан эштәренә сикһеҙ бирелгән, ата-бабалар йолаларына тоғро кешеләр. Уның «Хыял ҡошом» пьесаһы Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған. Ғафури районы Йөҙимән ауылындағы мәктәпкә һәм урамға уның исеме бирелгән.

Полезные ссылки