/ Новости/ Түбән Сикияз ауыл китапханаһы Рауил Шаммасҡа арналған китап күргәҙмәһҽ тәҡдим итә

Түбән Сикияз ауыл китапханаһы Рауил Шаммасҡа арналған китап күргәҙмәһҽ тәҡдим итә

Танылған шағир, прозаик, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты РАУИЛ ШАММАСҡа бөгөн – 90 йәш.
Рауил Шаммас 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1952 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй. Унан һуң «Ҡыҙыл таң» гәзите редакцияһында, «Китап» нәшриәтендә, Башҡортостан яҙыусылар берлегендә хеҙмәт юлын дауам итә.”Таң йылмайыуы” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1967 йылда йылда донъя күрә. Унан инде бер- бер артлы “Уттар”,” Донъя йөгө “,”Шишмәле тау”,”Ҡояшлы тәҙрәләр “,”Яраларҙы һөйөү дауалар ” һәм башҡа китаптары донъя күрә. Рауил Шаммас проза өлкәһендә лә ҡәләмен һынап ҡарай : “Күперһеҙ йылға”,” Муйыллы туғай “китаптары донъя күрә.
Ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы Рауил Шаммастың әҫәрҙәре белорус, рус, украин, ҡараҡалпаҡ, мари, татар һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгән. Уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар тиҫтәләгән йыр ижад иткән.
Рауил Шаммастың “Уттар “поэмаһы «Тыуған телгә – 100 аҙым» проектына индерелгән.

Полезные ссылки