/ Новости/ Иҫҡе Янбай ауыл китапханәсендә онлайн- сәйәхәт

Иҫҡе Янбай ауыл китапханәсендә онлайн- сәйәхәт

Розалия Шаһыбал ҡызы Рафикова (Галиуллина) 1966 йылда Белорет районы Ҡаһарман ауылында ишле ғәиләлә тыуа. 1989 йылда Белорет педагогия колледжын (ул ваҡытта училище) тамамлап Балтас районы Соҡалы ауылына эшкә ебәрелә. Ул ауылда 23 йыл башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше Альберт менән 3 балаға ғүмер бүләк итәләр. Бөгөнгө көндә ике оноғон үҫтерергә булыша. Бернисә йыл Иҫҡе Янбай мәктәбендә лә балаларға белем бирә. Әлеге ваҡытта ҡүрше Көндәшле авылы урта белем биреү мәктәбендә башҡорт, татар, рәсем, йыр дәрестәрен уҡыта. Ул беҙҙе “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары” тигән сәйәхәткә саҡыра.

Полезные ссылки