/ Новости/ Иҫке Балтас үҙәк китапханаһы Миәссәр Мәғәсүм улы Басировтың 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Иҫке Балтас үҙәк китапханаһы Миәссәр Мәғәсүм улы Басировтың 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Миәссәр Мәғәсүм улы Басиров (25.11.1930 – 28.02.1983) журналистика өлкәһендә етерлек тормош һәм ижад тәжрибәһе туплағас, әҙәбиәткә үҙенең «Мин һинеке тормош!» исемле беренсе шиғри йыйынтығы менән ныҡ баҫып килеп инде. Авторҙың тәүге күстәнәсе бик уңышлы булды һәм шиғриәт һөйөүселәрҙең дә, тәнҡитселәрҙең дә иғтибарын йәлеп итте. Бының төп сәбәбе – Миәссәр Басировтың шиғырҙарына ғына хас булған драматизм һыҙаттары һәм уларҙа һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың үткер сюжетлы булыуы, хис-тойғоларҙың улар тирәһендә уҡмашып килеүе. Ул заман башҡорт поязияһы өсөн яңыраҡ булған был үҙенсәлектәрҙе тулыһынса әҙиптең ҡаҙанышы тип ҡабул итергә кәрәк. Уның сағыштырмаса һирәк сыҡҡан китаптары беренсе йыйынтыҡтағы уңыштарҙы үҫтерә һәм яңынан-яңы үрҙәргә күтәрә барҙы. Был тағы ла өс йылдан икенсе булып донъя күргән «Бөркөт күтәрелер үргенәм» (1968) шиғырҙар йыйынтығында ла бик сағыу күренде. Был турала китаптың исеме лә кинәйәле әйтеп тора. Шағирҙың үҙе тере саҡта нәшер ителгән «Йөрәгем – ғүмер сәғәтем» (1976) һәм «Бағышлау» (1980) йыйынтыҡтарында уның ижади үҫешен күрһәткән поэмалары ла урын алды. Был әҫәрҙәр шулай уҡ тиҙ арала үҙ уҡыусыһын тапты. Иҫке Балтас үҙәк китапханаһында уға бағышланған “Йөрәгем – ғүмер сәғәтем” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Полезные ссылки