/ Новости/ Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!

Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!

Бөгөн һеҙгә Балтас үҙәк китапханаһы башҡорт яҙыусыһы, Спартак Ильясовтың «Биғылый» китабын тәҡдим итә. Романда автор халыҡ телендә «Биғылый» тип йөрөткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттың трагик тормошон һәм үлемен һүрәтләй.
Роман геройы Биктимерҙең ер йөҙөндә йәшәгән 66 йыл ғүмеренең 40 йылдан ашыуы михнәт менән, ыҙа сигеп үтә. Бындай ҙа ғибрәтле тормошто Хоҙай өндә түгел, хатта төшөңдә күрһәтмәһен, тигән уйҙар күңелдә урын ала.
Тормош Биктимергә ҡарата ҡайһылай аяуһыҙ: бер-бер артлы һынауҙарҙың ауырынан-ауырын өйөп кенә тора. Бына ошонда уйланаһың да инде: ни өсөн донъя ғәҙел түгел икән әҙәм балаларына. Тыуғанда барыһы ла тигеҙ ҙә бит, артабан ғына кемдеңдер тормошо таҡыр һуҡмаҡ кеүек ал да гөл, икенселәренә аҙым һайын мең хәсрәт, мең ҡайғы. Шуға күрә романды тыныс күңел менән уҡыу мөмкин түгел. Китап башҡорт телендә тәҡдим ителә.

Полезные ссылки