/ Новости/ Тусыбай ауыл китапханаһы. Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы

Тусыбай ауыл китапханаһы. Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы

Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан; уртаҡ тел, һүҙ таптырған; көнөн, йүнен йүнләшкән; тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған. Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ. Уны өйрәнәйек, таратайыҡ, данлайыҡ. Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул.
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.

Полезные ссылки