/ Новости/ Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл. Район үҙәк китапханаһы

Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл. Район үҙәк китапханаһы

” Һеҙ мине яраттығыҙ, иркәләнегеҙ,үҙ иттегеҙ, мин йырҙарымды һеҙгә бағышлап йырланым, һеҙҙең күңелегеҙҙе табырға тырыштым, үҙем һеҙ яратҡан йырҙарҙы ғына йырланым, бөтә ғүмеремде йырға бағышланым, шуның өсөн мин бәхетле”. Фәриҙә Ҡудашева

Моң шишмәһе
(Фәриҙә Ҡудашеваға)
Моңло итеп йырлай берәү,
Һуштан яҙһын, ти буғай, —
Күңелендә яҙ–боҙҙар ирей,
Тын ҡалып тыңлай турғай…
Һайрай милләттең былбылы,
Моңдарҙы епкә теҙеп, —
Бәғеркәйҙәремде телеп,
Үҙәктәремде өҙөп.
Һыуһынымды баҫармы
Һыуы моң шишмәһенең, —
И, былбылым, моң ҡылдарың
Алтын-көмөштөр һинең.
Яңғырай йыр, моң тирбәлә,
Йөрәккә үтеп кереп, —
Йәнгә һеңә, тәнгә һеңә,
Балауыҙ кеүек иреп…
С. М. Гали

Полезные ссылки