/ Новости/ Тусыбай ауыл китапханаһы Башҡорт теле көнөн билдәләп үтте

Тусыбай ауыл китапханаһы Башҡорт теле көнөн билдәләп үтте

Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан; уртаҡ тел, һүҙ таптырған; көнөн, йүнен йүнләшкән; тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған. Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ. Уны өйрәнәйек, таратайыҡ, данлайыҡ. Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул.
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.

Тусыбай ауыл китапханаһында “Яҡтылыҡ йырсыһы Аҡмулла” тигән китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм Мифтахетдин Аҡмулла ижад иткән китаптарға күҙәтеү үткәрелде.

Полезные ссылки