/ Новости/ Календарь. Һынамаштар. Балтас үҙәк китапханаһы

Календарь. Һынамаштар. Балтас үҙәк китапханаһы

Декабрь – йылдың һуңғы айы.
Астрономик ҡыш башы – 21 (22) декабрҙǝн – көндөң иң ҡыҫҡа, төндөң иң оҙон сағынан, аҙағы – 20 (21) мартҡа – көн менǝн төн тиңлǝшкǝн ваҡытҡа тиклем – 3 ай.
Ҡыш башы – 27 ноябрҙǝн 22 декабргǝ тиклем – 31 көн.
Ысын ҡыш – 22 декабрҙǝн 15 февралгǝ тиклем – 55 көн.
Ҡыш аҙағы – 15 февралдǝн 18 мартҡа тиклем – 31 көн.
25 декабрь – ҡояштың йǝйгǝ боролоуы: ҡояш – йǝйгǝ, ҡыш һыуыҡҡа.
29 декабрь иртǝн көслө һыуыҡ икǝн, ул 19 ғинуарға тиклем һуҙыласаҡ.
Ҡыш йǝй түгел – тун кейгǝн.
Ҡыш йǝйҙе төҙөй. Йǝй ҡышҡа ҡарап килǝ.
Ҡышҡы йылы – йǝйге һыуыҡ.
Һыуыҡ ҡыш – йǝйге эҫе.
Ҡыш ҡоро һǝм һалҡын икǝн – йǝй ҡоро һǝм эҫе.
Ҡыш ҡарлы – йǝй ямғырлы.
Ҡыш буранлы булһа, йǝй йонсоу була.
Ҡышын ҡояш алҡалы икǝн – ҡаты һыуыҡҡа.

Полезные ссылки