/ Новости/ Иҫке Янбай китапханаһы яҙыусы Ғәлимов Сәләмдең 110 йәшьлек юбилейын билдәләй

Иҫке Янбай китапханаһы яҙыусы Ғәлимов Сәләмдең 110 йәшьлек юбилейын билдәләй

Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы (18 ғинуар 1911 йыл – 19 июнь 1939 йыл) – башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Сосновка районының Оло Тәгеш ауылында тыуған.
Мәктәпте тамамлағас, 1928–1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була.
1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Артабан Өфөләге
Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июнендә Ленинград ҡалаһында вафат була.
Ижад иткән йылдары ни бары ун йыл ғына булһа ла ялҡынлы әҫәрҙәр ижад итә Ғәлимов Сәләм. Уның әҫәрҙәрендә заман һулышы һиҙелә. Улар яҡты киләсәк, яҡты тормош, үҙгәреш, яңы төҙөлөштәр тураһында бәйән итә.

Иҫке Янбай китапханаһы уҡыусылар өсөн “Шиғриәте – халыҡ күңелендә” исемле күргәҙмә әҙерләне.

Полезные ссылки