/ Новости/ ЗАУЫҠЛЫ ИЖАД ОҪТАҺЫ – Тамара Ғәниева Иҫке Балтас район китапханаһы

ЗАУЫҠЛЫ ИЖАД ОҪТАҺЫ – Тамара Ғәниева Иҫке Балтас район китапханаһы

Тамара Ғәниева —башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән һирәк авторҙарҙың береһе. Уның ижады, шиғри һүҙе күңелдәргә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә. Публицистика, драматургия, тәржемә өлкәһендә лә ул ең һыҙғанып эшләй, уңыштары әҙәби премиялар менән бүләкләнә. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙының зауыҡлы ижад емештәре тиҫтәнән ашыу йыйынтығында донъя күрҙе. Әҙибәнең ижадынан “Әсәй, гелән ҡайтып йөрөп булмай”, “Йолалар” исемле шиғырҙарын 2нсе һанлы Иҫке Балтас урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Разетдинова Зифа Фәнил кыҙы уҡый.

Полезные ссылки