/ Новости/ Һәйтәк аыул китапханаһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның тыуған көнөн билдәләй

Һәйтәк аыул китапханаһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның тыуған көнөн билдәләй

Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның бөгөн тыуған көнө.
Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы лауреаты.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина башлыса башҡорт балалар әҙәбиәте өлкәһендә ижад итә. 1993 йылда кескәйҙәр өсөн «Мәрйендәр» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабанғы балалар өсөн ижад ителгән «Гөр-гөр-гөрөлдәк», «Серле ҡумта», «Беҙҙең байрамдар», «Башҡортомдан батыр юҡ икән», «Әсәйем ҡояш икән» һәм башҡа китаптарындағы төп тема – тыуған яҡты, тыуған халҡыңды һөйөү. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 16 китап авторы.
Һәйтәк ауыл китапханаһы уҡыусылары Шәрифнурова Рәзилә Рәшит ҡыҙы һәм Бакирова Сөмбөл Әлҙәм ҡыҙы яҙыусының шиғырҙарын укый.

 

https://vk.com/video-202133993_456239024

https://vk.com/video-202133993_456239025

Полезные ссылки