/ Новости/ Түбән Сикияз китапханаһында «Шигриәттең һүнмәс йондозо» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Түбән Сикияз китапханаһында «Шигриәттең һүнмәс йондозо» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Сағылыңда үҫкән сихри моңло
Бер ҡурайың ғына булайым.
Бер ҡурайың булып, эй, Уралым,
Һине мәңге маҡтап йырлайым,
Халҡым ауыҙында йыр арбаған
Бер ҡурайың ғына булайым… (“Теләк” шиғырынан)

Бөгөн шағир, драматург Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафиндың тыуыуына – 90 йыл.
Рафаэль Сафин Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында тыуған. А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. . Гәзит һәм журнал редакцияларында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары була. 1956 йылда уның тәүге йыйынтығы донъя күрә. Ул «Йәнбикә», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Тилекәй» пьесалары аша әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәргә яҡшы таныш. «Йәнбикә» поэмаһы – Рафаэль Сафинды драматург булараҡ танытҡан уның беренсе пьесаһы. Шағир булараҡ, Рафаэль Сафин башҡорт һәм рус телдәрендә 17 китап сығарҙы.

*****
Өйөрөлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Ағастарға ап-аҡ моң һарған.
Әллә нисек серле быйылғы ҡыш,
Оҡшамаған башҡа ҡыштарға.

Ҡарҙар түгел, гүйә, көнө-төнө
Моң яуҙырып йөрөй ҡар айы.
Ҡыш – ғәжәйеп оҫта моң эйәһе,
Йыһан – гүйә, моңдар һарайы.

Юҡҡа әйтәләр, көндәр йонсоно тип…
Ҡыш – ҡарҙарын түгел, ни бары,
Һаҡлар өсөн күңел ынйыларын
Йәнгә һала йомшаҡ моңдарын.

Өйөрөлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Әйтерһең дә, үҙенә баҡтырып,
Зәңгәр күҙле бер ҡыҙ мамыҡ шәлен
Болғап тора тышҡа саҡырып.

*****
ИНДЕ БӨТТӨ
Инде бөттө.Бүтән һинең алда
яна-яна шәмдәй иремәм.
Кистәрендә инде,һине эҙләп,
таныш һуҡмаҡтарҙа йөрөмәм.
Һин үҙгәрҙең. Ярай! Үҙгәр әйҙә!
Һин үҙгәрһәң, мин дә үҙгәрҙем!
Тик күҙҙәрем бына, тик күҙҙәрем
эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.
Тик ҡулдарым бына, тик ҡулдарым
эҙләп йөҙәй һинең ҡулдарҙы.
Ирендәрем эҙләй иренеңде…
Нишләтәйем бына шуларҙы?
Нишләтәйем, әйтсе, шуларҙы?

****
Аҡты булыр — ҡара, тиеүселәр,
һин ҡушыла күрмә шул йырға.
Тышта аҡ ҡар яуа…
Үҙ төҫөндә,
Ах, ниндәй бит матур был донъя!

Полезные ссылки