/ Новости/ "Башҡорт халыҡ әкиәттәре" Үрге Ҡанһөйәр авыл китапханаһы

“Башҡорт халыҡ әкиәттәре” Үрге Ҡанһөйәр авыл китапханаһы

Башҡорт халыҡ әкиәттәре — башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре, фольклор проза төрө.
Үҙенең әкиәттәрендә башҡорт халҡы ысынбарлыҡты милли сифатта тойоуын, тирә-йүнгә мөнәсәбәтен әйтеп бирергә, үҙ балаларына тормош аҡыллылығын өгөт-нәсихәт аша бирергә теләгән, әхлаҡ, ғаилә, көнкүреш һорауҙарын күтәргән.
Әкиәт менән һәр саҡ дуҫ йәшәйбеҙ,
Әкиәт бит ул серҙәр донъяһы!
Ниндәй моңһоу булыр ине икән
Әгәр ерҙә тылсым булмаһа…
Бик борондан килә әкиәттәр,
Яҙылмаған улар бер көндө.
Йылдар үтә, һыуҙар аға,
Ә әкиәт йәшәй бөгөн дә!
Полезные ссылки