/ Новости/ Балтас үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Аҡ яҙмышлы әҙибә” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Балтас үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Аҡ яҙмышлы әҙибә” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Бөгөн Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле  шәхестәренең береһе  Таңсулпан Ғарипованың тыуған көнө.

Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы 1947 йылдың 22 сентябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында донъяға килгән. 1966 йылда Түбә урта мәктәбен тамамлай. 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай.
1977 йылдан алып 1995 йылға тиклем “Ураҡ һәм сүкеш” Учалы гәзитендә корреспондент, “Яйыҡ” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып иҫәпләнә. 2000-2004 йылдарҙа “Ватандаш”  журналында эшләп китә.
Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Уның тәүге китабы – “Ҡыр сейәһе” – 1978 йылда баҫыла. Һуңынан, “Күгәрсен йыры”, “Ҡояш һәм ай – бер бөтөн” хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары бер-бер артлы донъяға сыға.  Бөгөнгө көндә байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән данлыҡлы «Бөйрәкәй» романына ул ете йыл ғүмерен бағышлай. Пенталогияла яҙыусы халҡыбыҙҙың аҫыл аҡылын, изгелек һәм яуызлыҡтың көрәшен,  кешелек мәсьәләләрен сағылдырыу аша бер дәүерлек тарихыбыҙҙы күҙ алдына баҫтыра. 2004 йылда ул әҫәр – «Йыл романы» исеменә, ә 2006 йылда автор Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә әүҙем ижад итә. «Ғилмияза», “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә”, “Маҡтымһылыу, “Әбләй һәм Ҡара юрға” спектаклдәре халыҡ күңелен яуланы.

“Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильмы төшөрөлдө.  Был фильм Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара кинофестивалдә “Алтын фил” премияһына лайыҡ була.

Китапханала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипованың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Аҡ яҙмышлы әҙибә” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Мәшһүр яҙыусы, журналист, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын   матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Полезные ссылки