/ Новости/ Түбән Сикияз китапханаһында Таңсулпан Ғарипованың китаптарынан  китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Түбән Сикияз китапханаһында Таңсулпан Ғарипованың китаптарынан  китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

22 сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова 75 йәшен билдәләй.

Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Уның тәүге китабы – “Ҡыр сейәһе” – 1978 йылда баҫыла. Һуңынан, “Күгәрсен йыры”, “Ҡояш һәм ай – бер бөтөн” хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары бер-бер артлы донъяға сыға.

Бөгөнгө көндә байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән данлыҡлы «Бөйрәкәй» романына ул ете йыл ғүмерен бағышлай. Пенталогияла яҙыусы халҡыбыҙҙың аҫыл аҡылын, изгелек һәм яуызлыҡтың көрәшен, күп ҡырлы һәм ҡатмарлы образдарҙы, кешелек мәсьәләләрен сағылдырыу аша бер дәүерлек тарихыбыҙҙы күҙ алдына баҫтыра. 2004 йылда ул әҫәр – «Йыл романы» исеменә, ә 2006 йылда автор Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә әүҙем ижад итә. Сәхнәләрҙә уңышлы ҡуйылған «Аҡ тирәк», «Төштәге йыр», «Ямғыр көткәндә», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» кеүек пьесалары тамашасы йөрәген мәңгелеккә әсир итте. «Йәй ташы» киноповесы буйынса «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы төшөрөлөп, ул Халыҡ-ара кинофестивалдә «Алтын фил» премияһын алды.

Ошо билдәле датаға Түбән Сикияз китапханаһында Таңсулпан Ғарипованың китаптарынан  китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм китапхананың актив китап укыусылары менән языусының китаптарына күзәтеү  ясалды. Сарала ҡатнашыусылар Таңсулпан Ғарипованың   биографиясе һәм  иҗаты  менән  таныштылар.  Яҙыусы әсәрзәренән өзектәр  укылды.

Полезные ссылки