/ Новости/ Түбән Сикияз китапханаһында «Талант балкышы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәренә байҡау яһалды.

Түбән Сикияз китапханаһында «Талант балкышы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәренә байҡау яһалды.

2 ғинуар- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, шағирә, тәржемәсе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тыуыуына 115 йыл.

Ошо иҫтәлекле датаға арнап Түбән Сикияз китапханаһында «Талант балкышы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәренә байҡау яһалды.

Башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында донъяға килгән. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Зирәк ҡыҙ бәләкәй саҡтан белемгә ынтылып үҫә. Мәктәп йылдарында ул шиғырҙар яҙа башлай.

Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә.
Зәйнәп Биишеваның Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан.
Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда «Пионер» журналында баҫыла. Ә тәүге «Партизан малай» тигән китабы 1942 йылда сыға.
40–60-сы йылдарҙа уның «Көнһылыу», «Сәйер кеше», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Уйҙар, уйҙар…», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла.
Әммә уның иң төп әҫәре – «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.

1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Башҡортостан “Китап” нәшриәте Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә.

Полезные ссылки