/ Новости/ Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуна - 105 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуна – 105 йыл

5 февраль Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуна – 105 йыл. Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып – йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты.

Назар Нәжми шағир ғына түгел, ул драмматург. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары донъя күрә. Назар Нәжми – тәржемәсе. Ул башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты. Ул шулай уҡ – публицист, мемуарсы. Назар Нәжми башҡорт йыр сәнғәтенә тиҫтәләгән йыр бүләк иткән автор.

Назар Нәжмиҙең “Аҡ ҡайындар” шиғырын Миңнегалиева Г.Р. уҡый.

https://www.youtube.com/watch?v=YSWvw-uIAyQ

 

Полезные ссылки