/ Новости/ Түбәнге Һикеяҙ китапханаһында Хәким Ғиләжевтың ижадына арналған китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Түбәнге Һикеяҙ китапханаһында Хәким Ғиләжевтың ижадына арналған китап күргәҙмәһе ойошторолдо

2023 йылдың 1 мартында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким Ғиләжевтың тыуыуына – 100 йыл тула. Ошо иҫтәлекле датаға арнап Түбәнге Һикеяҙ китапханаһында «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә һеҙ яҙыусының тормош һәм ижад юлы, шиғырҙары,  билдәле шәхестәрҙең автор тураһында яҙған публицистик әҫәрҙәре менән таныша алаһығыҙ.

Тиҫтәләгән шиғри һәм сәсмә китаптар авторы Хәким Ғиләжевтың бөтә ғүмере – яу юлдары ул.
20 йәшлек батыр лейтенант немец фашистарына ҡаршы һуғышта ҡаты яраланғас, йәшәү өсөн, тормошта үҙ урынын табыу өсөн көрәшә, унан янып йәшәүҙе талап иткән тынғыһыҙ әҙәби ижад даръяһына сума.
Авторҙың тәүге китабы 1947 йылда, студент сағында донъя күрә. Ул «Йәшен уттары» тип атала һәм фронт шиғырҙарынан туплана. Шағирҙың Өфөлә һәм Мәскәүҙә өс тиҫтәгә яҡын китабы баҫыла. «Погонһыҙ һалдаттар» исемле романы биш мәртәбә баҫылып, уҡыусылар араһында киң танылыу яулай. Шулай уҡ «Һүҙ беҙҙеке», «Айҙар», «Лирика», «Ҡул ҡыҫыу», «Ҡырҡ алтынсы һалдат», «Чапай ҡылысы», «Бейеклек», «Ил балаһы», «Минең ырыуым», «Бурандар аша», «Аҙашҡан йондоҙҙар», «Аҡлан шишмәһе» һәм башҡа йыйынтыҡтары, ике томлыҡ «Һайланма әҫәрҙәр»е донъя күрә.

Һаумы, яҙ!

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

 

Ер өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан төшөп,

Тыпылдаша тәүге тамсылар.

Иркен атлап бара һәр бер кеше

Һәм йылмая, яҙҙы ҡаршылап.

 

Ҡайын суҡтарында бөрө тула,

Бөрөләрҙән аңҡый бал еҫе.

Бындай саҡта,гүйә, шиғыр тыуа,

Һәр йөрәктең килә һөйләйһе.

 

Был тойғоно шулай кемдәр генә

Кисермәгән яҙғы иртәлә…

Һәм кешеләр уны ябай ғына

Яҙ тойғоһо тиеп йөрөтәләр.

 

Үҙ ташҡынын көткән йылға кеүек,

Йөрәк ярһый,йөрәк елкенә.

Ашҡына ул, яҡты нурҙар һибеп,

Йәйрәп ятҡан ҡырҙар иркенә.

 

Мин тауҙарға менәм – яҡты ергә!

Ғүмерем кеүек яҙҙы ҡаршылап.

Һаумы,ҡояш,

Һаумы,яҙғы елдәр,

Һаумыһығыҙ, тәүге тамсылар.

 

Полезные ссылки