/ Новости/ Түбән Һикеяҙ китапханаһында Гөлфиә Юнысованың китаптарынан “Илһамлы яҙмыш, ҡанатлы ижад” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Түбән Һикеяҙ китапханаһында Гөлфиә Юнысованың китаптарынан “Илһамлы яҙмыш, ҡанатлы ижад” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Еребеҙҙән алтын көҙ атлаған  мәлдә  Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Ошо билдәле датаға Түбән Һикеяҙ китапханаһында Гөлфиә Юнысованың китаптарынан “Илһамлы яҙмыш, ҡанатлы ижад” исемле  китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Гөлфиә Юнысова  Әлшәй районының Һарыш ауылында Хөмәйрә Сафа ҡыҙы менән Аҙнағол Миңлеғол улы Юнысовтарҙың 7 балалы ғаиләһендә тәүге сабый булып донъяға килә.
1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.   Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта уҡ ике китабын сығарған Гөлфиә Юнысова – бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, «Почёт билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Әлшәй районының, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданины, Рәсәй һәм Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы комитетының миҙалдары менән бүләкләнгән.

Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның  шиғырҙары Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙең төрлө нәшриәттәрендә баҫылған, 25 телгә тәржемә ителгән.

Полезные ссылки