/ Новости/ Балтас үҙәк китапханаһы яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан "Әсәрләре – халыҡ күңелендә” исемле китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итә

Балтас үҙәк китапханаһы яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан “Әсәрләре – халыҡ күңелендә” исемле китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итә

Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы (16 ғинуар 1919 йыл — 26 ноябрь 1989 йыл) – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1986) ордендары кавалеры.

       Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Утыҙынсы йылдар башында нефть ятҡылыҡтары асылғас, ата-әсәһе менән Ишембайға күсеп килә, бында урта мәктәпте тамамлай. 1937—1939 йылдарҙа ӨФөлә педагогия рабфагында уҡый. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Ғәли Ибраһимов 1935—1937 йылдарҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра. 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫыла. Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй.  Артабанғы йылдарҙа әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән «Умырзая йыры» тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы донъя күрә. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә.

Полезные ссылки