/ Новости/ Үҙәк район китапханаһында талантлы шағир һәм яҙыусыһы Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған«Ил сәсәне, халыҡ шағиры” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Үҙәк район китапханаһында талантлы шағир һәм яҙыусыһы Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған«Ил сәсәне, халыҡ шағиры” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Халысан ижадсы, күп яҡлы талант эйәһе Рәшит Ниғмәти башҡорт поэзияһын, драматургияһын, публицистикаһын һәм тәржемә эшен социалистск реализм нигеҙендә үҫтереү буйынса ҙур эшмәкәрлеге менән атаҡлы шағир булып танылды. Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 27 ғинуарында  элекке Һамар губернаһы Николаев өйәҙенең ( хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы ) Диңгеҙбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1924 йылда Өфөгә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. 1930 йылда Өфө рабфагын тамамлай. 1931 йылдан Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына.  «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» (1938), «Йәмле Ағиҙел буйҙары» (1940), «Минең баҡсала» (1941) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөнән алыҫ түгел Алкин ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә. 1943 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Госпиталдә дауалана , ләкин ауырыуы аркаһында   хәрби хеҙмәттән бушатыла. Һуғыш осорондағы ижадында публицистик шиғырҙар өҫтөнлөк ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы авторға ил кимәлендә билдәлелек килтерә. Шулай уҡ ошо йылдарҙа «Башҡортостан һүҙе» поэмаһы, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» шиғри йыйынтығы донъя күрә һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. 1946 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы ижадынан «Большевик» (1951), «Һаҡмар ҡыҙы» (1952) поэмалары билдәлелек яулай. Р. Ниғмәти драматург булараҡ та таныла. «Табип Ғимранов» (1950), «Ағиҙел ярында» (1950), «Урман шаулай» (1942), «Уның йондоҙо» (1948)  пьесалары авторы. Р. Ниғмәти тәржемәсе булараҡ эшләй : «Игорь полкы хаҡында һүҙ»ҙе,  А. С. Пушкин, Н. А. Некрасов, В. В. Маяковский, С. П. Злобин, Д. А. Фурманов, В. П. Катаев әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, ?) ордендары менән бүләкләнә. 1959 йылдың 26 февралендә Рәшит Ниғмәтигә «Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1959 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.

 

Полезные ссылки