/ Новости/ Үҙәк район китапханаһында Муса Сиражиҙың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан «Дуслыҡ Һәм мөхәббәт» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Үҙәк район китапханаһында Муса Сиражиҙың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан «Дуслыҡ Һәм мөхәббәт» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Кеше ғүмере йөрәк йәше менән-

Янып йәшәү менән үлсәнә!

                              Муса Сиражи.

Күренекле шағир, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Муса Сиражиҙың тыуыуына – 85 йыл. Муса Сиражи 1939 йылдың 1 февралендә Туймазы районы Төпкилде ауылында тыуған. Ул унарлаған шиғри, публицистик һәм тәржемә китаптары, балаларға өсөн йыйынтыҡтар, байтаҡ телевизион фильмдар сценарийҙары авторы булараҡ билдәле. Әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Уны халыҡ тиҫтәләрсә йырҙар авторы тип тә белә. Әҙиптең ижадында тормош, йәшәйеш, көрәш, рухиәт, әхлаҡи тәрбиә, кешелеклелек кеүек мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйланыуҙар сағылыш тапҡан. Әҙиптең тормош юлы, ижадына бағышланған «Дуслыҡ Һәм мөхәббәт» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

 

Полезные ссылки