/ Новости/ Балтас үҙәк китапханаһында «Күңелдә яҙғы тамсылар йыры» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Балтас үҙәк китапханаһында «Күңелдә яҙғы тамсылар йыры» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо

Ҡайын суҡтарында бөрө тула,

Бөрөләрҙән аңҡый бал еҫе.

Бындай саҡта, гүйә, шиғыр тыуа,

Һәр йөрәктең килә һөйләйһе.

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө!

Яратҡан шағирҙарыбыҙҙы, яҙыусыларҙы, шиғыр һөйөүселәрҙе шиғриәт байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, һеҙгә һаулыҡ–сәләмәтлек, ижади уңыштар, донъя именлеге теләйбеҙ! Шиғриәт көнө уңайынан, яҙ миҙгеленә бағышланған «Күңелдә яҙғы тамсылар йыры» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе тәҡдим итәбеҙ. Шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҙусыларыбыҙ, яҡташ шағирҙарыбыҙҙың ижады менән   яҡынданыраҡ танышығыҙ.

Полезные ссылки